10:34 (UTC+5), 26 Марта 2014

Яҙғы баҫыу эштәрен финанслауға Башҡортостанда 1,6 миллиард һум йүнәлтеләсәк

Галина Бахшиева
Яҙғы баҫыу эштәрен финанслауға Башҡортостанда республика һәм федераль бюджеттарҙан 1,6 миллиард һум йүнәлтеү планлаштырыла. Был средстволарҙың 840 миллион һумы үҫемлекселек өлкәһендә ҡатнашмаған ярҙамға тура киләсәк. 240 миллионы – техникаға субсидиялар, 300 миллионы – һөткә, 80 миллионы – ужым культураларын өҫтәмә туҡландырыуға һәм 110 миллион һумын орлоҡ алыуға бүләсәктәр, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Аграр ведомствола билдәләүҙәренсә, яҙғы баҫыу эштәрен финанслауҙың төп сығанаҡтары элеккесә үҫемлекселек өлкәһендә ҡатнашмаған ярҙамға тура киләсәк, йәғни икенселәй әйткәндә гектарлап субсидиялау. Был маҡсатҡа ҡаралған 840 миллион һумдан 530 миллионы – федераль, 310 миллионы – республика бюджеттарынан.
Март башынан алып Башҡортостан аграрийҙарына ҡатнашмаған ярҙам буйынса бөтәһе 600 миллион һум тирәһе күсерелгән.
Быйыл шулай уҡ ужым культураларын өҫтәмә туҡландырыуға минераль ашламаларҙы субсидиялау һаҡлана. Һәр ужым гектарына кәм тигәндә 30 килограмм тәьҫирле матдә тура килә.
Шул уҡ ваҡытта ужым майҙандарынан был культураларҙың юҡҡа сыҡҡан майҙандары иҫәпкә алынмай. Бынан тыш, хәҙер алынған азот ашламалары хаҡының (бер гектарға 440 һум иҫәптә) 50 процентын түләгәндә субсидия алыу мөмкинлеге бар. Субсидияның ставкаһы 1 гектарына 350 һум тәшкил итә, йәғни минераль ашламалар алыуға сығымдарҙың 40 проценты.
2014 йылда элиталы орлоҡтар алыуға субсидиялар һаҡланыуын да онотмаҫҡа кәрәк. Элиталы орлоҡсолоҡҡа ярҙам итеүгә 18,6 миллион һум ҡаралған. Уларҙан 15,3 миллион һумы федераль, 3,3 миллионы - республика бюджеттарынан бүленә.
2014 йылда субсидияланған ауыл хужалығы культуралары исемлегенә картуф һәм һоло индерелгән. Өҫтәүенә ҡаты бойҙай буйынса ставкалар артҡан. Әгәр былтыр тоннаһына 2561 һум бирелһә, быйыл ул – 6390 һум.
Бынан тыш, ауыл хужалығы техникаһын субсидиялау ҙа һаҡланасаҡ. Субсидияласаҡ техникалар исемлеге 2014 йылда сикләнгән, унда хәҙер 400-ҙән ашыу төр, йәғни һигеҙ төркөм инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика