11:02 (UTC+5), 26 Март 2014

Өфөнән Сочиға тура рейстар асыласаҡ

"Башинформ"
«Ямал» һәм «Ырымбур авиалиниялары» йәйгегә Өфө – Сочи тура рейстары асырға планлаштыралар, тип хәбәр итә, «Ямал» матбуғат хеҙмәте һәм Өфө халыҡ-ара аэропорты сайтына һылтанма яһап, «Коммерсантъ-Башҡортостан»дың бөгөнгө һаны. Июндән алып «Ямал» авиакомпанияһы был йүнәлештә аҙнаһына дүрт тапҡыр – дүшәмбе, шаршамбы, кесе йома һәм йәкшәмбе һайын осоу ойошторорға ниәтләнә. Шундай уҡ рейстарҙы «Ырымбур авиалиниялары» планлаштыра. Самолеттарҙың оса башлауҙары асыҡланмай. Йөрөтөүселәр авиабилеттарҙың хаҡын әлегә иғлан итмәгән. Билет операторҙары сайттарында ике яҡ осҡа билет хаҡы 23,1 мең һум тәшкил итә, барыу ваҡыты 2 сәғәттә 40 минут. Әлеге ваҡытта Өфө һәм Сочи араһында тура рейстар юҡ. Әммә был маршрут ғинуар-мартта Олипияға әҙерләнеү һәм үткәреү ваҡытында эшләтеп ҡаралды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика