05:05 (UTC+5), 13 Март 2014

Социаль контракт Башҡортостанда мохтаж ғаиләләргә ярҙам итәсәк

Галина Бахшиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына төбәктә мохтаж ғаиләләр өсөн социаль контракт нигеҙендә ярҙам итеүҙең яңы формаһын индереүҙе тәьмин итергә ҡушты.
- Йыл һайын халыҡҡа социаль яҡлау сараларына 11 миллиард һумдан ашыу, йәғни республика бюджетының 13 проценты, йүнәлтелә. Пособиеларҙы уларҙа ысынлап та мохтаж булғандар алырға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында Рөстәм Хәмитов.
Төбәк етәксеһе фекеренсә, социаль ярҙам «кешене үҙ тормошон яҡшыртыуға үҙгәртергә дәртләндерергә» тейеш. Быға күпселектә социаль контракт нигеҙендә яңы ярҙам күрһәтеү формаһы булышлыҡ итәсәк. Уға ярашлы социаль яҡлау органдары мохтаж ғаиләләргә эшкә урынлашыуҙа, профессиональ белем алыуҙа, үҙ бизнесыңды асыуҙа булышлыҡ итәсәк.
- Был осраҡта, традицион социаль пособиеға ҡарағанда, етерлек матди ярҙам күрһәтеләсәк. 2014 йылда был маҡсаттарға республика бюджетында 50 миллион һумдан ашыу ҡаралған. Мин Хеҙмәт министрлығына республикала бындай практиканы индерергә, был мөһим эштең һөҙөмтәлелеген контролдә тоторға һәм миңә уның уңыштары йәки, уны тормошҡа ашырыу барышында килеп сыҡҡан, проблемалары тураһында һөйләргә ҡушам, — тип хәбәр итте Башҡортостан Президенты.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика