Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
1+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Март 2014, 15:46

Өфөлә Башҡортостанда берҙән-бер агросәнәғәт күргәҙмәһе асыла

11 мартта Өфөлә «АгроКомплекс» Рәсәйҙә иң эреләрҙең береһе һәм Башҡортостанда берҙән-бер агросәнәғәт күргәҙмәһе асыла. Ул республиканың баш ҡалаһында 24-се тапҡыр уҙғарыла һәм «ВДНХ-ЭКСПО» яңы күргәҙмә комплексында уҙа.
Экспозицияла, бөтә тематик бүлектәр буйынса бүленгән, күргәҙмә комплексының бөтә ете майҙансығы ла эшләй. «АгроКомплекс-2014»-тең дөйөм майҙансығы – 12 мең квадрат метрҙан күберәк. Үткән ял көндәрендә бында ҙур габаритлы ауыл хужалығы техникаһын индерҙеләр, күргәҙмә стендтарын урынлаштырҙылар.
«АгроКомплекс»тың ойоштороусылары булып һәр йылдағыса Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы булышлығында БР Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан күргәҙмә компанияһы сығыш яһай.
Ойоштороусылар билдәләүҙәренсә, күргәҙмәлә ҡатнашыусы, компанияларҙың иҫәбе йылдан-йыл арта бара. Бында Рәсәйҙең генә түгел, ә сит илдәрҙең эре етештереүселәре лә йыйыла. 2014 йылда Өфөлә «АгроКомплекс»та үҙ продукцияларын Рәсәйҙең 28 төбәгенән, шулай уҡ Голландия, Германия, Ҡытай, Белорусия, Украина һәм Ҡаҙағстандан 250 компания тәҡдим итәсәк. Ауыл хужалығы техникаларын, инвентарҙарын, ҡорамалдарын күрһәтеү өсөн ҙур майҙансыҡ бүленгән.
Республика етештереүселәре агросәнәғәт күргәҙмәһенең бөтә бүлектәрендә лә тәҡдим ителгән.
Эшкәртеү сәнәғәтен 20-ләп предприятие күрһәтәсәк. Улар араһында – икмәк бешереү, кондитер, һөт һәм ит эшкәртеү сәнәғәте, шулай уҡ умартасылыҡ һәм ҡошсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр вәкилдәре. Дөйөм алғанда, ул килеүселәргә үҙ продукцияһының 30-ҙан ашыу яңы төрөн тәмләп ҡарарға һәм һатып алырға мөмкинлек бирәсәк.
Бынан тыш, АгроКомплекс-2014-тә «Башҡортостан продукты» республика проектының айырым стенды күрһәтеләсәк, бөгөнгө көнгә был сатырлы бренд 82 тауар етештереүсене берләштерә.
Күргәҙмәлә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү өсөн ҡорамалдар, мал аҙығы, ветеринар препараттар, һөт эшкәртеү һәм һаҡлау өсөн ҡорамалдар, ашламалар һәм орлоҡтар, шулай уҡ аҙыҡ-түлек, икмәк бешереү, төрөү ҡорамалдары һәм башҡаларҙы күрергә була.
Бай эстәлекле эшлекле программа көтөлө. Уның дүрт көн эше эсендә, 11 марттан алып 14-нә тиклем, тармаҡтың төрлө йүнәлештәре буйынса 25-ләгән конференция, семинар һәм түңәрәк өҫтәл үткәреү планлаштырылған.
Улар араһында –үҫемлекселек, малсылыҡ, механизация, аҙыҡ-түлек һәм етештереү сәнәғәте, ветеринария, көтөү үҫтереү, агро-страховкалау. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, агросәнәғәт комплексы, үҫемлектәрҙе һаҡлау һәм малсылыҡ өсөн техника өлкәһендә яңы асыштарҙы күрһәтәсәктәр.
Эшлекле программала, Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында үтәсәк, «Агросәнәғәт комплексының инновацион үҫеш перспективалары» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үҙәк ваҡиға буласаҡ.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы эгидаһы аҫтында ауыл хужалығы тармаҡтары (ауыл хужалығы техникаһы, үҫемлекселек, ветеринария, малсылыҡ һәм туҡланыу аҙыҡ-түлеге) буйынса продукцияның иң яҡшы өлгөләренә традицион конкурс уҙасаҡ. Призерҙарҙы наградлау 13 мартҡа планлаштырылған.
Күргәҙмәнең яңылыҡтары иҫәбендә - икенсел ауыл хужалығы техникаларын һатыу буйынса майҙансыҡ ойоштороу һәм БР Ауыл хужалығы министрлығының күсмә ҡабул итеүҙәре. Бынан тыш, «ВДНХ-ЭКСПО»ның икенсе ҡатында, бер нисә майҙансыҡҡа бүленгән, махсус консультация биреү зоналары барлыҡҡа килгән. Бына шулай, «500 ферма» зонаһында БР Ауыл хужалығы министрлығының «500 ферма» бүлеге вәкилдәре һәм техникалар, ҡорамалдар, малдар һатыусылар һәм төҙөлөш ойошмалары иҫәбенән 25-ләп вәкил ҡатнашасаҡ.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: