Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы үҙенең рәсми
сайтында 3 миллион һумдан алып уртаса хаҡлы еңел автомобилдәр исемлеген урынлаштырҙы, уларҙың хужаларына юғары транспорт һалымы (зиннәтлеккә һалым) түләргә тура киләсәк.
Исемлектә күбеһенсә Европа һәм Япония маркалары моделдәре — Aston Martin, Audi, Bentley, BMW, Mercedes-Benz, Volkswagen, Porsche, Nissan, Toyota, Rolls-Royce, Lexus, Maserati, Cadillac, Ferrari, Infiniti, Jaguar, Lamborghini, Land Rover, Hyundai, Jeep.