07:15 (UTC+5), 06 Март 2014

Баш ҡала урамдары буйлап яңы 11 троллейбус йөрөйәсәк

Розалия Вәлиева
«Өфө ҡалаһының электр транспорты идаралығы» муниципаль унитар предприятиеһы 6 мартта үҙ ҡарамағына БТЗ-52763 маркалы яңы 11 троллейбус аласаҡ. Улар бөтәһе лә – Башҡортостан троллейбус заводы производствоһынан.
- Яңы троллейбустар ҡаланың көньяҡ өлөшөнә маршрутҡа йүнәләсәк, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфөнөң муниципаль электр транспорты идаралығы баш инженеры Сәғит Камалов. — Салондар түбән иҙәнле, ул троллейбуста сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙарға йөрөргә мөмкинлек бирәсәк. Бер троллейбустың хаҡы – 9,09 миллион һум.
Муниципаль электр транспорты идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге ваҡытта Өфөлә 210 троллейбус һәм 150 трамвай йөрөй, уларҙың күбеһе алмаштырыуҙы талап итә. Троллейбус паркының туҙыуы 70 процент, трамвайҙың 90 процент тәшкил итә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика