14:33 (UTC+5), 04 Марта 2014

«Башҡортостан продукты» проекты ҡатнашыусыларын мерчендайзинг нигеҙҙәренә өйрәтәсәктәр

Галина Бахшиева
БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты 6 мартта Өфөлә «Башҡортостан продукты» проекты ҡатнашыусылары өсөн мерчендайзинг нигеҙҙәре буйынса бушлай уҡытыу семинарын уҙғара.
«Башинформ» агентлығына БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты матбуғат секретары Диана Мәсәғүтова хәбәр итеүенсә, «Башҡортостан продукты» проектында ҡатнашыусы етештереүселәр өсөн тәүге тренинг 14 февралдә үтте. Ул саҡта йыйылғандарға коммерция тәҡдимен нисек итеп дөрөҫ әҙерләргә өйрәттеләр. Шәхси эш тә ойошторолғайны. Икенсе уҡытыу семинары 28 февралдә үтте – унда нимә ул һатыу техникаһы һәм уны үҙ эшеңдә нисек файҙаланыуҙы белергә булды.
Бизнес нигеҙҙәренә урындағы етештереүселәрҙе уҡытыу идеяһы Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетында былтыр, беренсе сауҙа-һатып алыу конференцияһын үткәргәндән һуң, тыуа. Асыҡлауҙарынса, Башҡортостан фермерҙары, тейешле күләм белемдәре булмағанлыҡтан, йыш ҡына үҙҙәре өсөн файҙалы килешеүҙәр төҙөй һәм эре магазиндар менән хеҙмәттәшлек итә алмай.
- Шулай килеп тә сыҡты, республикабыҙҙың эре сауҙа компанияларының береһенең менеджерҙары менән һөйләшеүҙәрҙән һуң һигеҙ етештереүсе коммерция тәҡдиме төҙөй алманы, — тип аңлатты Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе Виталий Черевков. — Беҙ ҡулдарынан тотоп тиерлек селтәргә килтерҙек, һөйләшеүҙәр ойошторҙоҡ, әммә ябай нигеҙҙәрҙе белмәү эшләгән ҙур эште мәғәнәһеҙгә әйләндерә ала.
Буласаҡ өйрәнеү өсөн тема тауар етештереүселәр менән алдан килешелә. БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Рөстәм Камалетдинов билдәләүенсә, урындағы етештереүселәргә өҫтәмә белем кәрәк. Был йүнәлештә эш хәҙер алып барыла.
- Беҙ етештереүселәрҙе һөйләшеүҙәр алып барырға, дөрөҫ позиция, маркетинг һайларға һәм бик күп башҡаға өйрәтәсәкбеҙ, — тип вәғәҙәләне Рөстәм Камалетдинов.
Тәүге ике семинарҙың практикаһы күрһәтеүенсә, тауар етештереүселәр бушлай белем алыу проекты менән ҡәнәғәт.
- Аңлайышлы һәм ҡыҙыҡ булды. Ҡыҫҡа, мәғлүмәтле формала ҙур файҙалы мәғлүмәт бирҙеләр. Алған бөтә белемемде практикала ҡулланасаҡмын, — тип хәбәр итте республика компанияларының береһендә төп клиенттар менән эш итеү буйынса белгес Инна Яковлева.
БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, уҡыуҙы, Мәскәүҙә махсус әҙерлек үткән, профессиональ бизнес тренер алып бара. Яҡын ваҡыт арауығында проект дипломанттарына потенциаль заказсылар менән дөрөҫ һөйләшеүҙәр алып барыу, коммерция тәҡдимен мәғәнәле төҙөү һәм һөләшеүҙәрҙе алып барыу ҡағиҙәләре тураһында һөйләйәсәктәр.
Әлеге ваҡытта сатырлы бренд 82 республика етештереүсеһен берләштерә. Быйыл БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты «Башҡортостан продукты» проектында ҡатнашыусыларҙың иҫәбен кәм тигәндә 200-гә тиклем еткерергә планлаштыра.
Проект Башҡортостанда 2013 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Бындай үҙ ирке менән маркалау юғары ҡулланыу сифатына эйә булыусы республика аҙыҡ-түлек тауарҙарын етештереүселәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Проекттың төп маҡсаты – урындағы предприятиеларҙың продукцияһына ҡулланыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеү, шулай уҡ уны эске кеүек, тышҡы баҙарҙа ла киң йәйелдереү.
«Башҡортостан продукты» билдәһе аҙыҡ-түлек тауарҙарының республика территорияһында етештерелгәнлеген һәм сифат һәм туҡланыу продукттарының хәүефһеҙлеге өлкәһендә ҡануниәткә ярашлы икәнлеген раҫлай.
Тик Башҡортостан территорияһында урындағы сеймалдан аҙыҡ-түлек етештереүселәргә генә проектта ҡатнашырға рөхсәт бирелә. Шул уҡ ваҡытта «Башҡортостан продукты» билдәһе менән алкоголь продукцияһын, шул иҫәптән һыраны, маркалау рөхсәт ителмәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика