Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Февраль 2014, 12:55

Ихтыяж кәмеү факторы төбәктә сәнәғәт производствоһы динамикаһына йоғонтоно көсәйтә – Алексей Карпухин

Башҡортостанда 2013 йылда сәнәғәт производствоһы динамикаһын билдәләүсе төп тенденция эске баҙарҙа ихтыяж кәмеү булды һәм был факторҙың тәьҫире ағымдағы йылда ла үҫеүен дауам итә, тине кесе йома, 27 февралдә, БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы коллегияһы ултырышында ведомство башлығы Алексей Карпухин.
- Эске ихтыяж тышҡы менән тығыҙ бәйле. Беренсел эшкәртелеүе компаниялар-экспортерҙар тарафынан башҡарылған, айырым сеймал төрҙәренә һорау ҡыҫҡартыла. Эшкәртеү сәнәғәте күбеһенсә табыусыға бәйле һәм, шуға ярашлы, заказдарҙың кәметелеүенә зарлана, — тине Алексей Карпухин.
2013 йылда республикала 1 триллион 122 миллиард һумлыҡ продукция етештерелгән. Сәнәғәт производство индексы, Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, 102,3 тәшкил итте шул уҡ ваҡытта дөйөм Рәсәй индексы 100,3 процент. Сағыштырыу өсөн: сәнәғәт производство индексы 2012 йылда – 105,7 процент (РФ буйынса 102,6 процент).
Министр әйтеүенсә, сәнәғәт производствоһының 60 проценттан ашыуын нефть-газ-химия комплексы тәьмин итте. Яғыулыҡ-энергетика файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарын табыуҙа йыл йомғаҡтары буйынса сәнәғәт производство индексы 103,5 процент кимәлендә билдәләнде. Үҙебеҙ етештергән продукция 81 миллиард һумлыҡ һатылған, 2012 йыл кимәленән 19 процентҡа күберәк. Үҫештә «нефть һатыу күләмен арттырыу һәм эске һәм тышҡы баҙарҙа ҡулайлы хаҡтар конъюктураһы» сәбәпсе булып тора.
Нефть продукттары 516 миллиард һумлыҡ һатылған, сәнәғәт производство индексы 103,3 процент тәшкил итте.
Химия сәнәғәте йылды 89,9 процент сәнәғәт производство индексы менән тамамлаған, ул уңайһыҙ баҙар конъюктураһы менән бәйле эре тоннажлы продукцияһының айырым төрҙәрен сығарыуҙы кәметергә уятҡан. Тармаҡ предприятиелары 108 миллиард һумлыҡ продукция һатҡан.
Машина эшләү предприятиелары 130 миллиард һумлыҡ тауар һатҡан. Тармаҡтың сәнәғәт производство индексы машиналар һәм ҡорамалдар етештереүҙә 102,2 проценттан алып электр ҡорамалдары етештереүҙә 133 процентҡа тиклем һәм транспорт саралары етештереүҙә 115 процентҡа тиклем үҙгәргән.
Тау-мәғдән сәнәғәтенең сәнәғәт производство индексы 117,5 процент, ағас эшкәртеүҙә – 103,8 процент тәшкил итә.
Быяла етештереү продукцияларын сығарыу күләме кәмене – 2012 йыл кимәленә ҡарата 72,2 процент.
- «Салауат быяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тотороҡло эшендә «Туймазы быяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен финанс һауыҡтырыу кәрәклеге һәм «Стеклонит» асыҡ акционерҙар йәмғиәте производствоһын ябыуҙы планлаштырыу менән бәйле проблемалар тармаҡтың дөйөм һөҙөмтәләренә негатив тәьҫир итте, — тине Алексей Карпухин.
Автор:Эльвира Латипова
Читайте нас: