10:22 (UTC+5), 28 Февраля 2014

Башҡортостан Хөкүмәте һәм «ӨМЭПБ» аай инвестия килешеүен әҙерләйҙәр

Эльвира Латипова
Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында, «Сухой» маркаһы самолеттары өсөн 117С двигателдәре етештереүгә ҡағылған, инвестия килешеүенә ҡул ҡуйыласаҡ. Был турала кесе йома, 27 февралдә, БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы коллегияһы ултырышында ведомство башлығы Алексей Карпухин хәбәр итте.
- Әлеге ваҡытта Башҡортостан Хөкүмәте һәм «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырыу шарттары тураһында инвестия килешеүе ҡул ҡуйыуға әҙерләнә, — тине Алексей Карпухин. — Ул, «Сухой» маркаһы самолеттарында ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән, 117С двигателдәре производствоһын булдырыу һәм үҙләштереү.
Министр әйтеүенсә, «ӨМЭПБ» аай дүрт инвестиция проектын бойомға ашыра. Улар перспективалы бишенсе быуын газ турбиналы двигателдәрҙе етештереү һәм фәнни һыйҙырышлы һынау базаларын булдырыу өсөн яңы технологиялар үҙләштереүгә йүнәлтелгән. Һығымтала был проекттар ӨМЭПБ-кә «Рәсәй Федерацияһының хәрби авиация паркын модернизациялау программаһы буйынса төп үтәүсеһе» булырға мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләне Алексей Карпухин.
«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте – Рәсәйҙең иң эре авиация двигателдәре етештереүсеһе. Турбореактив авиация двигателдәре һәм газ ҡыуыу агрегаттары эшкәртеү, етештереү, уларҙы сервис хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, вертолет техникаһы узелдары етештереү һәм ремонтлау менән шөғөлләнә. Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – «Оборона сәнәғәте» Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 100 процентлы бүлендек компанияһына инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика