11:06 (UTC+5), 27 Февраля 2014

Башҡортостан делегацияһы Ҡытайҙа

Эльвира Латипова
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Волга буйы федераль округтары төбәктәре һәм Ҡытай провинцияларының сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса «Волга-Янцзы» форматында уртаҡ эшсе төркөмдөң беренсе ултырышында ҡатнашты. Был хаҡта республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
- Беҙ Ҡытай уҙаҡташтары менән күп уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар таптыҡ, ә артабанғы эш барышында, шул иҫәптән алдағы көндәрҙә, дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек өсөн яңы идеялар һәм яңы мөмкинлектәр килеп тыуасаҡ, — тине Евгений Маврин.
Эшсе төркөм ултырышында вице-премьер Башҡортостан һәм Цзянси провинцияһы араһында ике яҡлы бәйләнештәрҙе үҫтереү тураһында һөйләне. Цзянси провинцияһының делегацияһы 2013 йылдың ноябрендә Башҡортостанға килгәндә иҡтисадта, фән һәм техникала, ауыл хужалығында, туризм һәм белем биреүҙә хеҙмәттәшлек, шулай уҡ мәҙәни алмашыу тураһында принципиаль килешеүҙәр өлгәшелгәйне. Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Нанчань авиакосмик университеты үҙ-ара аңлашыу тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙылар. Башҡорт дәүләт университеты һәм Нанчань университеты ғилми һәм белем биреү хеҙмәттәшлеге һәм теркәлгән белем биреү тураһында өҫтәмә килешеү тураһындағы проекттар менән алмашынды. Документтарға ҡул ҡуйыу 2014 йылдың апреленә планлаштырылған.
БР Иҡтисади үҫеш министрлығы хәбәр итеүенсә, был сәфәр сиктәрендә Цзянси провинцияһы етәксеһе менән килешеүгә ҡул ҡуйыу тураһында һөйләшеүҙәр үтәсәк. Шулай уҡ Ҡытай һәм Рәсәй яҡтарының яңы перспективалы инициативалары буйынса бер нисә осрашыу планлаштырылған.
Башҡортостан делегацияһы составында – мәғариф министры Әлфис Ғаязов, Иҡтисади үҫеш министрлығының Инвестициялар һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Вилорий Яҡупов, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Павел Бармин, «Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең үҫеш буйынса директоры Станислав Овсянников.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика