12:01 (UTC+5), 27 Февраля 2014

Баш ҡала таксистарын законды үтәүгә тикшерәләр

Розалия Вәлиева
Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты Өфөлә еңел такси менән пассажир йөрөтөүсе ойошмаларҙы һәм шәхси эшҡыуарҙарҙы тикшерә. Тикшереү 2011 йылдан алып беренсе тапҡыр уҙғарыла. Шул ваҡыттан алып ҡалала пассажир йөрөтөүгә һигеҙ мең рөхсәт ҡағыҙы бирелгән.
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре таксистарҙың транспорт өлкәһендә ҡануниәтте һәм мотлаҡ талаптарҙы (документтар, эшләнгән эштәр, тәҡдим ителгән хеҙмәттәр, улар менән ҡулланған территориялар, биналар, бүлмәләр, ҡорамалдар һәм автомобилдәр) үтәүҙәрен тикшерҙе.
Автомобилдең тышҡы торошо ла тикшерелә: башында ҡыҙғылт һары төҫтә таныу фонары, кузовта – шахмат тәртиптә контраст төҫтә дүрткел композицияһы булырға тейеш. Салонда, шоферҙан уң яҡта алғы панелдә фрахтовщик исеме менән мәғлүмәт, еңел такси менән файҙаланыуҙың түләү шарттары һәм шоферҙың фото рәсеме, шулай уҡ пассажирҙар йөрөтөүҙе контролдә тотҡан органдың атамаһы, адресы һәм телефон номеры менән визит карточкаһы урынлашырға тейеш.
2014 йылда 30 пассажир ташыусыны тикшерәсәктәр, әле уларҙың дүртәүһе тикшерелгән. Сираттағы бындай тикшереүҙә БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров ҡатнашты.
- Башҡортостандың һәр кешеһе йәки ҡунағы сифатлы, ышаныслы һәм хәүеф-хәтәрһеҙ транспорт хеҙмәттәре менән файҙаланһын өсөн тырышабыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ильяс Мөниров. — Һәм еңел такси ситләшеп ҡалмай. Норматив акттарҙың талаптары был шарттарҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән, шуға күрә беҙ пассажир йөрөтөүселәр менән эште дауам итәсәкбеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика