09:43 (UTC+5), 25 Февраля 2014

Өфөлә Волга буйы һәм Урал федераль округтарында хеҙмәт шарттарын махсус баһалау алымын тикшерәсәктәр

Галина Бахшиева
Өфөлә Волга буйы һәм Урал федераль округтарында хеҙмәт шарттарын махсус баһалауҙы индереү мәсьәләләрен тикшерәсәктәр. Хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгестәрҙең семинар-кәңәшмәһе 20 мартта үтәсәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Алдан хәбәр ителеүенсә, ошо йылдың 1 ғинуарынан алып федераль кимәлдә эш урындарын аттестациялауҙан хеҙмәт шарттарын махсус баһалауға күсеү ҡануни ҡаралған. Яңы законға ярашлы, Рәсәйҙә эш урындары дүрт категорияға бүленәсәк: «оптималь класс», «мөмкин булған класс», «зарарлы класс» һәм «хәүефле класс».
- Өфөлә кәңәшмәлә ойоштороу механизмдарын һәм хеҙмәт шарттарын махсус баһалауҙы үткәреү процедураларын, бындай баһалауҙы индереү буйынса ил субъекттарының башҡарма власть органдары бурыстарын тикшерергә планлаштыралар. Бында шулай уҡ, предприятиеларҙа хеҙмәт шарттарын баһалауҙы башҡарған, ойошмаларға талаптарҙы, шулай уҡ был өлкәлә ҡануниәт үтәлеше мәсьәләләрен тикшерәсәктәр, — тип хәбәр итте БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.
Бынан тыш, эш биреүселәр һәм профсоюз, хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтеүсе, ойошмалар вәкилдәре менән түңәрәк өҫтәл үткәреү планлаштырылған.
Өфөлә ике федераль округтың семинар-кәңәшмәһендә Рәсәй хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Сергей Вельмяйкин, Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт, Илде социаль страховкалау фонды вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында алырға була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика