06:33 (UTC+5), 21 Февраля 2014

Башҡортостан делегацияһы Татарстанда ыҡсым ауыл клубтарын төҙөү тәжрибәһе менән танышты

Розалия Вәлиева
Республиканың Хөкүмәт Аппараты етәксеһе урынбаҫары Мирхәйҙәр Фәтхуллин етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Алабуғала булды.
Сәфәрҙең төп маҡсаттарының береһе – төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү буйынса күрше Татарстан тәжрибәһе менән танышыу, «Алабуға» айырыуса иҡтисади зонаға барыу, уның территорияһында эшләүсе предприятие етәкселеге менән аралашыу.
Шулай уҡ сәфәр программаһында айырыуса иҡтисади зона сигенә яҡын урынлашҡан ауыл биләмәләрендә булыу билдәләнгән. Шундайҙарҙың береһе – Бехтерев ауыл биләмәһенең Гари ауылы. Бында күптән түгел ябай ауыл бураһынан клуб төҙөгәндәр. Проект буйынса өс бүлмә ҡаралған: 50 кешелек тамаша залы, китапхана, грим һалыу бүлмәһе.
- Төҙөлөшкә 2,5 миллион һум самаһы кәрәк булды, — тип һөйләй Бехтерев ауыл биләмәһе башлығы Николай Кусаев. — Тиҙ күтәрҙеләр, һаҡсыл тотондоҡ тип иҫәпләйбеҙ. Кирбестән клуб төҙөү өсөн проект кәрәк, һуңынан уны килешеү мотлаҡ – ул саҡта клубтың хаҡы ике тапҡырға тиерлек арта. Мәсьәләне урындағы халыҡтың буш ваҡыты менән хәл иттек: бында көн һайын күп кешеләр йыйыла, концерттар үтә, балалар түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, ә өлкән йәштәге кешеләр ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса берләшә.
Башҡортостан вәкилдәре күршеләрҙең тәжрибәһе менән ҡыҙыҡһынды, ә Татарстан коллегалары был һорауҙа проект һәм кәрәкле кәңәштәр менән ярҙам итергә вәғәҙәләне.
Алабуғаға сәфәр тураһында тулыраҡ «Электрон гәзит»е материалында уҡырға була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика