Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
22+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Февраль 2014, 10:50

Төбәктә сауҙаны үҫтереү һәм урындағы тауар етештереүселәргә ярҙам итеү буйынса түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарыла

Бөрөлә һәм Благовещенда сауҙа үҫеше һәм урындағы тауар етештереүселәргә ярҙам итеүгә арналған түңәрәк өҫтәлдәр уҙҙы. Улар «Башҡортостан продукты» проектын үҫтереү сиктәрендә БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы менән берлектә ойошторолдо.
Төп маҡсат - тауар етештереүселәргә һәм ритейл вәкилдәренә заманса баҙарҙа үҙ бизнесыңды һаҡлап ҡалыу өсөн нисек эшләргә кәрәклеген аңлатыу. Икенселәй әйткәндә, етештереүселәргә күберәк һатырға һәм аҡса эшләргә ярҙам итеү, ә урындағы селтәрҙәргә һәм магазиндарға – бизнесты һаҡлап ҡалыу һәм федераль, транснациональ селтәрҙәр менән йотолоп ҡалмау.
2013 йылдың июленән алып бындай түңәрәк өҫтәлдәр Өфөлә, Салауатта, Мәләүездә, Яңауылда, Борайҙа, Нефтекамала, Күмертауҙа, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа һәм Туймазыла үтте.
Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе Виталий Черевков фекеренсә, ҡаты көнәркәшлек шарттарында, Рәсәй баҙарына эре транснациональ кеүек федераль сауҙа компаниялары ингән саҡта, был ҡыҫымға түҙер өсөн бөтә көстө һалырға кәрәк. Төбәк эре һәм бәләкәй ритейлдарға ярҙам итеү тиккә генә «Башҡортостан продукты» проектының төп маҡсаттарының береһе булып тормай.
Әлеге ваҡытта төбәктә ҙур ҡулланыусылар йәмғиәте ойоштороу буйынса әүҙем эш алып барыла. Дөйөм стратегия булдырыу һәм үҙеңә уңайлы хаҡтарға продукция һатып алыу мөмкинлегенә эйә булыр өсөн уға Башҡортостандың эре һәм бәләкәй ритейлдарының инеүе планлаштырыла. Һөҙөмтәлә ул магазиндарҙа хаҡтарҙы кәметергә һәм һатып алыусыларҙың иғтибарын йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.
Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, урындағы ритейлды үҫтереү һәм нығытыу – был тағы ла республика етештереүселәре өсөн ҙур өҫтөнлөк. Үҙ продукттарын урындағы магазиндарға килтереү транснациональ һәм федераль компаниялар менән үҙ-ара уңайлы шарттарҙа хеҙмәттәшлек итә башлауға ҡарағанда еңел икәнен белмәйҙәрме ни.
Бөрөлә һәм Благовещенда түңәрәк өҫтәл үткәреү ярҙамында унда ҡатнашыусы һигеҙ тауар етештереүсе «Башҡортостан продукты» проектына инеү теләген белдерҙе. Сара бөтөү менән улар заявка бирҙе. Бынан тыш, ҡатнашыусылар белгестәр менән шәхси рәүештә әңгәмәләшә һәм ҡыҙынһындырған һорауҙарға яуаптар ала алды.
Бөгөнгө көнгә сатырлы бренд 75 республика етештереүсеһен берләштерә. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 2014 йылда БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты «Башҡортостан продукты» проектында ҡатнашыусыларҙың иҫәбен кәм тигәндә 200-гә тиклем еткерергә планлаштыра.
Проект Башҡортостанда 2013 йылдан алып тормошҡа ашырыла. «Башҡортостан продукты» билдәһен әҙерләүсе – БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты. Бындай үҙ ирке менән маркалау юғары ҡулланыу сифатына эйә булыусы республика аҙыҡ-түлек тауарҙарын етештереүселәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Проекттың төп маҡсаты – урындағы предприятиеларҙың продукцияһына ҡулланыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеү, шулай уҡ уны эске кеүек, тышҡы баҙарҙа ла киң йәйелдереү.
«Башҡортостан продукты» билдәһе аҙыҡ-түлек тауарҙарының республика территорияһында етештерелгәнлеген һәм сифат һәм туҡланыу продукттарының хәүефһеҙлеге өлкәһендә ҡануниәткә ярашлы икәнлеген раҫлай.
Тик Башҡортостан территорияһында урындағы сеймалдан аҙыҡ-түлек етештереүселәргә генә проектта ҡатнашырға рөхсәт бирелә. Шул уҡ ваҡытта «Башҡортостан продукты» билдәһе менән алкоголь продукцияһын, шул иҫәптән һыраны, маркалау рөхсәт ителмәй.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: