Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-1 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Февраль 2014, 13:30
Төбәктә декабрҙә бер кешегә аҡсалата табыш 36 мең һум тәшкил итте - статистика
Республикала декабрҙә бер кешегә аҡсалата табыш 36 011,7 һум тәшкил итте, 2012 йылдың декабрь күрһәткесен 8 процентҡа уҙа, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Шул уҡ ваҡытта 2013 йылдың уртаса айлыҡ күрһәткесе – 24 041,2 һум.
«Башинформ» агентлығына Башҡортостанстаттың йәшәү кимәле һәм йорт хужалығын өйрәнеү статистикаһы бүлегендә аңлатыуҙарынса, декабрҙә күпселек предприятиелар һәм ойошмалар «йылды ябырға» тырыша һәм был айҙың эш хаҡын ғинуарҙа түгел, ә декабрҙә бирә. Һөҙөмтәлә декабрҙең табышы һәр ваҡыттағыса статистика буйынса уртаса йыллыҡтан күберәк сыға, ә ғинуарҙыҡы был сумманың 50-56 процентын тәшкил итә.
Дүртенсе кварталдың уртаса айлыҡ күрһәткесе – 30 342,9 һум (үҫеш – 2012 йылдың октябрь-декабренә 8,7 процентҡа).
Автор:
Эльвира Латипова
Теги:
статистика
башҡортостанстат
халыҡ табышы
Читайте нас