Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
9+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Февраль 2014, 11:05

Башҡорт балы һәм косметикаһы Сочиҙағы Олимпиадала ҙур ихтыяж менән файҙалана

Башҡортостан умартасыларының продукцияһы хәҙер Сочиҙағы Олимпиада сиктәрендә барған махсус күргәҙмә-йәрминкәлә ҙур популярлыҡ менән файҙалана.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, спорт донъяһында йылдың иң мөһим ваҡиғаһына Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге биш тонна төрлө-төрлө продукция ебәрҙе. Күптәнән республиканың визиткаһы булған балдан тыш, Имеретин уйһыулығындағы бренд күргәҙмәһендә һитә, һеркә һәм ҡорт елеме, шулай уҡ ҡортсолоҡ продукттарын ҡулланып дауалау-иҫкәртеү һәм косметика продукциялары күрһәтелгән. Бөтә донъя масштабындағы ярыштарҙың ҡунаҡтарына һәм ҡатнашыусыларға бөтәһе 150 төр тирәһе продукция тәҡдим ителә.
- Беҙҙең бөтә продукцияны тиерлек, шулай уҡ ҡорт елеме менән «Сәләмәтлек шишмәһе» һыуын һәм «Башҡортостан» алкоголһеҙ бальзамын, милли башҡорт костюмдары менән биҙәлгән йомшаҡ сувенир бал ҡорттарын һатып алып бөттөләр. Күргәҙмәгә килеүселәрҙең күбеһе – сит ил кешеләре. Улар республикабыҙ менән ҡыҙыҡһына, беҙгә төрлө-төрлө бик күп һорауҙар бирә. Хатта, Рәсәй картаһы төшөрөлгән электрон таблола Башҡортостан нәҡ ҡайһы урында урынлашҡанын күрһәтеүҙе һорайҙар, уларға бөтәһе лә ҡыҙыҡлы. Ярай әле беҙҙең арала бер нисә телдә, шул иҫәптән инглиз немец һәм португалды, еңел арашҡан кешеләр бар. Күргәҙмә буйынса күршеләребеҙҙең ундайҙары юҡ һәм шунлыҡтан күп һанлы сит ил көйәрмәндәре менән аралашҡанда уларға ҡыйыныраҡ тура килә. Бынан тыш, Сочиҙағы Олимпиада эшендә республика тураһында үҙебеҙ менән алып килгән махсус мәғлүмәт стендтары һәм буклет-презентациялар ярҙам итә, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге генераль директорының тышҡы бәйләнештәр буйынса урынбаҫары Рима Ибраһимова.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «олимпия» балы 150 грамдан алып дүрт килограмға тиклем пластик, быяла һәм ағас һауыттарға тултырылған. Дөйөм алғанда фасовкалау өсөн 68 төр тара ҡулланылған, уларҙың күп өлөшө – ағастан сувенир продукцияһы: биҙәкләнгән ағас мискәләр, биҙрәләр, туҙҙан тырыздар.
Махсус күргәҙмә-йәрминкә 16 мартта, XХII ҡышҡы Олимпия һәм XI ҡышҡы Паралимпия уйындары ябылғандан һуң, тамамлана.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: