Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Февраль 2014, 18:34

Республикала тракторҙарҙың 80 проценттан ашыуы сәсеү эшенә әҙер

Бөгөнгө көнгә Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиеларында булған 16,2 мең тракторҙың 13,1 меңдән ашыуы, йәғни 81 проценты, төҙөк хәлдә.
БР Ауыл хужалығы министрлығының мәғлүмәт хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ремонт миҙгеле башланғандан – 2013 йылдың 1 октябренән алып – төбәктә 3,6 мең трактор ремонтланған, ул планлаштырылған кимәлдең 80 процентын тәшкил итә.
Ауыл хужалығы техникаһын яҙғы сәсеүгә әҙерләү эштәре яҡшы темптар менән бара, тип билдәләнеләр БР Ауыл хужалығы министрлығында. Мәҫәлән, тупраҡ эшкәртеү машиналарының һәм ҡоралдарының, барлыҡ булғандарға ҡарата, техник әҙерлеге 83-85 процент, сәскес һәм сәсеү комплекстарының 82 процент тәшкил итә.
Бынан тыш, махсус предприятиеларҙа капиталь-төҙөклөндереү ремонтында һәм модернизациялауҙа хәҙер 30-ҙан ашыу сәскес тора, тип хәбәр иттеләр министрлыҡтан.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: