Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Ғинуар 2014, 12:57

2014 йыл башынан алып республика фермалары 5,5 мең тонна һөт алған

2014 йыл башынан алып Башҡортостандың кәрҫтиән (фермер) хужалыҡтары 5,5 мең тонна самаһы һөт һауып алған.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, йыл башынан алып 230 тоннанан ашыу һөттө Иглин районы фермерҙары алған. Был әлегә республика крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында етештерелгән һөт күләменең иң ҙуры.
Әлеге ваҡытта 200 тонна самаһы һөттө Бишбүләк, Дәүләкән, Ейәнсура һәм Мәсетле райондары фермерҙары һауып алған.
Тулайым һауым Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары буйынса 38,7 мең тоннанан артҡан, ул былтырғы күрһәткестәрҙән 1,4 мең тоннаға күберәк.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас