11:44 (UTC+5), 27 Ғинуар 2014

«Алексеевка» совхозында яңы технология буйынса ултыртылған ҡыярҙарҙы йыя башланылар

Галина Бахшиева
Өфө районының «Алексеевка» совхозында яңы технология буйынса үткән йылдың ноябрь аҙағында ултыртылған ҡыярҙарҙы йыя башланылар.
Яңы технологияның үҙенсәлеге шуға ҡайтып ҡала: ҡыяр орлоҡтары элекке йылдарҙағы кеүек махсус кассеттарға түгел, ә индивидуаль кубиктарға ултыртыла. Яңылыҡ үҫентегә тиҙ үҫеү һәм 10-14-се көнөнә үк күсереп ултыртыу өсөн күпкә уңайлыраҡ шарттар булдыра.
«Алексеевка» совхозында ҡыярҙың бер нисә сортына өҫтөнлөк бирелде, улар араһында – «Карамболь», «Магнит», «Атлет» һәм «Картель». Теплица биналарының дөйөм күләме 30 гектар тәшкил итә, һәр береһе алтышар гектар. Уларҙа һауа температураһы – 24-25 градус йылы, дымлылыҡ 70-75 процент тәшкил итә.
Февралдә был майҙандарҙан «Алексеевка» совхозы дөйөм алғанда 25 тонна самаһы уңыш алырға планлаштыра, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика