09:07 (UTC+5), 24 Января 2014

2014 йылда башҡорт балын уҡыусыларҙың рационына индереү планлаштырыла

Галина Бахшиева
Яҡынса 2014 йылдан алып Башҡортостанда мәктәп туҡланыуы рационына башҡорт балын индерәләр. Бындай яңылыҡтың башлап сығыусыһы – «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт бюджет учреждениеһы.
Уҡыусылар өсөн балдың баштағы тапшырма күләме - йылына 300 тоннанан дә кәм түгел.
«Башинформ» агентлығына был бюджет учреждениеһының етәксеһе Әмир Ишемғолов хәбәр итеүенсә, был тәҡдимдең «хәҙер килешеү процесы бара», «Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле ҡарары әҙерләнә».
Уҡыусыларҙың ниндәй категорияһы башҡорт балын аласағы әлегә билдәһеҙ. Тик башланғыс синыф уҡыусыларына таратыласаҡмы әллә уны аҙнаһына бер тапҡыр бөтә уҡыусылар аласаҡмы, әле асыҡ түгел. Нисек кенә булмаһын, аллергия осрағынан һаҡланыр өсөн, балалар балды уларҙың ата-әсәләре ризалығынан һуң ғына аласаҡ.
- Уҡыусылар өсөн бал, самолеттарҙа таратылғандарға оҡшаш, 20 грамлыҡ һауыттарға тултырыласаҡ, — тип аңлатты агентлыҡтың әңгәмәләше. — Бындай фасовкалау өсөн мөмкинлектәребеҙ бар. Сәғәт эсендә 3,5 мең ошондай һауытты етештерә алабыҙ. Уҡыусылар туҡланыуы рационына балды индереү мәсьәләһе – бик көнүҙәк һәм хәҙер уның турала әүҙем фекер алышыу бара. Беҙҙең пландарҙа – быға оҡшаш тәҡдим менән Башҡортостанда урынлашҡан хәрби частарға мөрәжәғәт итеү, сөнки бал уҡыусыларға ғына түгел, ә һалдаттарға ла кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика