10:11 (UTC+5), 20 Января 2014

Рөстәм Хәмитов Учалы тегеү фабрикаһының продукцияһын баһаланы

Эльмира Сабирова
Учалыға эш сәфәре менән барғанда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡалалағы уңышлы предприятиеларҙың береһе – төрлө ведомство, сәнәғәт предприятиелары, медицина һәм мәғариф учреждениелары, һунарсы һәм балыҡсы йәмғиәттәре хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус кейем, шулай уҡ мәктәпкәсә һәм шифахана-курорт ойошмалары өсөн әйберҙәр тегеүҙә махсуслашҡан, теген фабрикаһында булды.
Республика башлығы производствоның бөтә стадиялары менән танышты. Рөстәм Хәмитов тегеү, бесеү һәм эксперимент цехтарында булды. Һуңғыһында республика Президенты хеҙмәт кейемдәре өлгөләрен ҡараны һәм «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте өсөн яңы коллекция макеты менән танышты. Әйткәндәй, Рәсәй тимер юлдары Учалы тегеү фабрикаһын даими стратегик уҙаҡташ сифатында ҡарай. Иң яҡшы етештереү ҡеүәте, уның хәрәкәтсәнлеге – бер төрлө әйберҙән икенсегә тиҙ күсә алыу мөмкинлеге, заказдарҙы юғары сифатта башҡарыуы һәм уңышлы урынлашыуы, теген фабрикаһына бөгөн илдең бөтә тимер юлсыларын махсус кейем менән тәьмин итергә булышлыҡ итә.
Рөстәм Хәмитов тегенселәрҙең хеҙмәт шарттары һәм уларҙы уҡытыу менән ҡыҙыҡһынды.
- Беҙгә һеҙҙең үҫешеүегеҙ, киңәйеүегеҙ кәрәк. Беҙ һеҙгә ярҙам итәсәкбеҙ, — тине республика Президенты. — Хәҙер спорт кейеме ҙур ихтыяж менән ҡуллана. Һеҙ баҙарҙағы был урынды биләй алаһығыҙ, бигерәк тә һеҙгә тау саңғыһы курорттары яҡын урынлашҡан. Магазиндарҙа дөйөм алғанда сит ил етештереүселәренең кейемдәре һатыла.
Фабриканың бының өсөн бөтә мөмкинлектәре барлығын танырға кәрәк. Бында яңы юғары етештереүсәнлекле технологик ҡорамалдар ҡуйылған. Бесеү «Гербер Корпорэйшн» Америка фирмаһы ҡорамалында эшләнә.
Тегеү цехтарында электроника һәм автоматик ептәрҙе өҙөү элементтары менән «СанСтар» Корея фирмаһы ҡорамалы, элмәктәр йүрмәү, төймәләр тегеү, киҫемдәрҙе йүрмәп сығыу, кеҫәләрҙе эшкәртеү өсөн – «Джуки» Япония фирмаһы автоматтары, курткаларҙы һәм салбарҙарҙы дымлы-йылы эшкәртеү өсөн «Ротонди» Италия фирмаһы ҡыҫҡысы ҡуйылған.
Әлеге ваҡытта бында яңы ике ҡатлы бина төҙөлә башланған. Тиҙ ҡороу металл конструкцияларын ҡулланалар. Был технологияның өҫтөнлөгө –йылдың төрлө ваҡытында ла төҙөп булыуы, төҙөлөш эштәренең хаҡы арзан булыуы, биналар тиҙ ваҡыт эсендә төҙөлөүе. Миҫалға, төҙөлә башлаған бинаның бер квадрат метры 10 мең һумға тура килә.
- Был тап беҙгә кәрәкле нәмә. Был технология спорт залдарын, тент япмаларын төҙөү өсөн бик кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Яңы төҙөлөштөң майҙаны – 1300 квадрат метр. Һалыу күләме 40 миллион һум самаһы. Быйыл яҙ объект файҙаланыуға тапшырылғандан һуң бында яңы 120 эш урыны булдырыласаҡ. Бөгөнгө көндә предприятиела 600-ләгән кеше эшләй.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика