10:42 (UTC+5), 16 Января 2014

Рәсәйҙә пенсия йәшен арттырыу ҡулайлы түгел – РФ Хеҙмәт министрлығы

Галина Бахшиева
Рәсәйҙә пенсия йәшен арттырыу ҡулайлы түгел, тип иҫәпләй илдең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин.
- Пенсияға сығыуҙың иң юғары йәше, ҡағиҙә булараҡ, ғүмер оҙонлоғо 75-80 йыл тәшкил иткән илдәрҙә ҡаралған. Рәсәйҙә ғүмер оҙонлоғо әлегә юғары уҡ түгел: 2012 йылда был күрһәткес 70 йыл тәшкил итте, 2018 йылға күҙаллауҙар буйынса – 74 йыл. Тимәк, пенсия йәшен арттырыу Рәсәйҙә ҡулайлы түгел, — тип белдерҙе «РИА Новости»ға интервьюла министр.
Рәсәй Хеҙмәт министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, РФ пенсия системаһын үҫтереү оҙайлы сроклы стратегия нигеҙендә эшләнгән, декабрҙә ҡабул ителгән закондарҙа пенсия йәшен арттырыу ҡаралмаған.
- Бынан тыш, яңы пенсия формулаһы дөйөм ҡабул ителгән пенсия йәше сигендә лә хеҙмәт итеү хоҡуғын күҙ уңында тота. Мөһим, был осраҡта пенсия күберәк буласаҡ: пенсия йәше етеп биш йыл үткәндән һуң пенсия тәғәйенләүгә мөрәжәғәт иткән осраҡта, билдәләнгән түләү 36 процентҡа артасаҡ, страховкалау пенсияһы – 45 процентҡа, йәғни бер ярым тапҡырға тиерлек,— тип аңлатты Максим Топилин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр сентябрь-ноябрҙә уртаса иҡтисади әүҙем халыҡ иҫәбе 2 013,9 мең кеше тәшкил итте. Октябрҙә уртаса эш хаҡы 22470,4 һум тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика