Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Ғинуар 2014, 18:51

Өфөлә быйыл тәүге вакансиялар йәминкәһе үтәсәк

16 ғинуарҙа Өфөлә быйыл тәүге вакансиялар йәрминкәһе үтә. Унда һаулыҡ һаҡлау, мәғариф учреждениялары, кредит ойошмалары, шулай уҡ социаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса ойошмалар ҡатнаша. Бынан тыш, йәрминкәлә эш урындарын сауҙа селтәре вәкилдәре тәҡдим итәсәк.
- Иртәгә тәҡдим ителәсәк вакансиялар иҫәбендә – төрлө өлкә табиптары, шәфҡәт туташы, уҡытыусы, офис-менеджер, балалар магазины директоры урынбаҫары, администратор, физик һәм юридик шәхестәргә кредит биреү буйынса консультант, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфө Мәшғүллек үҙәге – йәштәр хеҙмәте биржаһының әйҙәүсе инспекторы Рәмилә Лушникова.
Йәрминкә үткәреү урыны һәм ваҡыты – Өфө Ибраһимов бульвары, 47/1,10 сәғәттән 12 сәғәткә тиклем.
Бөтә хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас