Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
9+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Ғинуар 2014, 13:52

Ауыл хужалығы министрлығы «500 ферма» программаһы буйынса консультация үткәрә

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы «500 ферма» республика маҡсатлы программаһы буйынса консультация үткәрә. Һөтсөлөк өлкәһен комплекслы модернизациялау программаһы буйынса эшләгән ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәрен, шулай уҡ 2014 йылда унда ҡатнашырға ниәтләнеүселәр өсөн консультациялау был аҙна һуңына тиклем барасаҡ.
Министрлыҡ белгестәренән тыш, консультацияларҙа аудитор ойошмалары вәкилдәре, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ғалимдары, шулай уҡ БР буйынса Төҙөлөштә хаҡтар яһалышының төбәк үҙәге, төҙөлөш ойошмалары, техника һәм ҡорамалдар килтереүсе предприятиелары вәкилдәре ҡатнаша.
Программаны тормошҡа ашыра башлағандан алып 133 һөтсөлөк фермаһын һәм 1 тоҡомсолоҡ эше буйынса сервис хеҙмәте булдырыу предприятиеһын яңыртыуҙа 115 ауыл хужалығы предприятиеһы уның ҡатнашыусыһы исеменә эйә булды.
500 һөтсөләк-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу буйынса бүлек мәғлүмәттәренә ярашлы, объекттарҙа 186 фермала, шул иҫәптән 133 һыйыр һарайы һәм 41 быҙау аҙбары яңыртылған. Бынан тыш, дөйөм 74,0 мең кубометр күләмендә 22 силос-сенаж ҡоролмаһы төҙөлгән. 2012 йылдың яҙынан – «500 ферма» республика программаһы тормошҡа ашырыла башлағандан алып унда ҡатнашыусылар дүрт мең баш тоҡомло мал һатып алған.
Был маҡсаттарға республика бюджетынан 855 миллион һум аҡса бүленгән, уларҙың 385 миллион һумы 2012 йылда, 470 миллионы 2013 йылда үҙләштерелгән. 25 муниципаль районға һөтсөлөк-тауар фермаһын төҙөкләндереүгә 58,8 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Программала ҡатнашыусылар һөтсөлөк-тауар фермаһын яңыртыуға бөтәһе 3,3 миллиард һум аҡса индергән, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: