09:21 (UTC+5), 14 Ғинуар 2014

Башҡортостан Президенты: «2014 йыл еңел булмаясаҡ»

Галина Бахшиева
2014 йыл еңел булмаясаҡ, ә бәлки ҡайһы бер мәғәнәлә, уҙған 2013 йылға ҡарағанда ауырыраҡ та, тип белдерҙе «Йыл кешеһе» конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, һүҙ иң тәүҙә иҡтисади хәл тураһында бара, ул «әлегә тигеҙләнмәй, әммә йыл һуңын беҙ уңышлы тамамланыҡ».
- Ноябрь һәм, ышанам, декабрь 2012 йылға ҡарата биш процентҡа тиерлек плюс менән барҙы. Был бик насар түгел. 2013 йылды 2012 йылға ҡарата айырым сәнәғәт производстволарында 2,5-3 процентҡа артым менән тамамланыҡ, тип өмөт итәбеҙ. Был шулай уҡ һәйбәт, — тип иҫәпләй республика башлығы.
Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, 2013 йыл йомғаҡтары буйынса тулайым төбәк продукты 3-3,5 процентҡа күберәк.
- Һалым буйынса, 2012 йылға ҡарата беҙ өс процентҡа артығыраҡ йыйҙыҡ, тип әйтергә була. Рәсәйҙә килемгә һалым буйынса тотош һалым йыйылмаһы 10 процентан ашыу кәмеүҙе иҫәпкә алғанда, был шулай уҡ насар түгел. Бындай күрһәткестәр эшебеҙҙә биргән вәғәҙәләрҙе һәм пландарҙы үтәргә мөмкинселек бирҙе, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика