Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Декабрь 2013, 10:38
Адреслы капиталь ремонтлау программаһы тамамланды
Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса дәүләт корпорацияһы — Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволары ҡатнашлығында 2013 йылғы адреслы программаны тормошҡа ашырыу тамамланды, тип хәбәр итә «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды» дәүләт корпорацияһының Йәмәғәтселек менән бәйләнеш идаралығы.
Программаға ярашлы, 2013 йылда 51 күп фатирлы йорт (дөйөм майҙаны 220 мең квадрат метр) капиталь ремонтланды, 7 мең 887 кешенең йәшәү шарттары яҡшыртылды. Адреслы программаны тормошҡа ашырыуҙа алты ҡала ҡатнашты: Өфө, Дүртөйлө, Күмертау, Октябрьский, Туймазы һәм Стәрлетамаҡ.
Программаны тормошҡа ашырыуға финанслауҙың бөтә сығанаҡтарынан 444,4 миллион һум аҡса бүленде, шуларҙан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды средстволары 196,2 миллион һум тәшкил итте, муниципаль берәмектәр бюджеттары средстволары — 176,7 миллион һум, милекселәрҙең аҡсаһы— 71,5 миллион һум.
Программа сараларына ярашлы, күп фатирлы йорттарҙың ҡыйығы, фасадтары, инженер коммуникациялары ремонтланды, 22 лифт алмаштырылды.
Автор:
Розалия Вәлиева
Теги:
торлаҡ-коммуналь хужалыҡ
Читайте нас