11:41 (UTC+5), 24 Декабря 2013

Башҡортостан — картуф етештереү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә

Галина Бахшиева
Росстат мәғлүмәттәренә ярашлы, 2013 йылда илдең бөтә категория хужалыҡтарында 2,1 миллион гектар майҙанда картуф ултыртылған. РФ субъекттарының агросәнәғәт комплексы идаралығы органы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөтә категория хужалыҡтарҙа 30,5 миллион тонна картуф ҡаҙып алынған.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, был былтырғы кимәлдән өс процентҡа күберәк һәм 2013-2020 йылдарға ауыл хужалығын үҫтереү Дәүләт программаһының маҡсатлы йыллыҡ индикаторын үтәүгә тап килә.
2013 йылда картуф үҫтереүсе лидерҙар иҫәбендә – Воронеж өлкәһе, бында 1,7 миллион тонна йыйып алынған, Татарстан — 1,3 млн, Красноярский крайы — 1,2 млн, Башҡортостан — 1,1 млн. Иң яҡшы бишәү исемлеген Брянск өлкәһе тулыландыра, уның аграрийҙары 1 миллион тонна «икенсе икмәк» ҡаҙып алған.
Быйыл вегетация һәм уңыш йыйыу мәлендә тәбиғәт-климат шарттары уңайһыҙ булыуға ҡарамаҫтан, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса тотош ил буйынса гектарынан 140 центнерҙан ашыу уртаса уңыш алынған, был 2012 йыл кимәленән өс-дүрт процентҡа юғарыраҡ. Бер йыл элек картуфтың һәр гектарынан уртаса 134,4 центнер уңыш алынғайны.
Үҙәк федераль округта тулайым картуф йыйыу 9,3 миллион тонна тәшкил итте, йәғни дөйөм Рәсәй күрһәткесенең 30,5 проценты. Волга буйы федераль округында был күрһәткес 7,8 миллион тоннаға (25,6 процент), Себерҙә – 5,5 млн (18 процент), Уралда – 2,4 млн (7,9 процент), Көньяҡта — 1,7 млн (5,6 процент), Төньяҡ Кавказда — 1,4 млн (4,6 процент), Төньяҡ-Көнбайышта — 1,4 млн (4,6 процент), Алыҫ Көнсығышта — 1 миллионға (3,2 процен) тиң.
Белгестәр билдәләүенсә, был культураны эшкәртеүҙә сифатлы орлоҡ материалдары менән заманса технологиялар, юғары етештереүсәнле техника, химиялаштырыу сараларын ҡулланыу аграрийҙарға картуф етештереү күрһәткестәрен арттырырға мөмкинселек бирҙе.
2014 йылда картуфҡа бүленгән майҙанды Рәсәйҙә 2,2 миллион гектарға, йәғни 104, 8 процентҡа тиклем арттырыу планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр РФ Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлектәрҙе химиялаштырыу һәм һаҡлау департаментынан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика