БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо ике көндә дөйөм алғанда 2,6 меңләгән сауҙа урындары ойошторолғайны. Дөйөм һатылған продукция күләменең иң күберәге
Өфө ит йәрминкәләренә тура килә. Башҡортостандың баш ҡалаһында республиканың 43 районы вәкилдәре 15 майҙансыҡта сауҙа алып барҙы. Өфөлә тәҡдим ителгән ауыл хужалығы продукцияһы күләме 90,5 миллион һум тәшкил итте.