11:45 (UTC+5), 16 Декабря 2013

Төбәктә әсәлек капиталын түләүгә 2007 йылдан алып 33,7 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән

Розалия Вәлиева
2007 йылдың 1 ғинуарынан алып Башҡортостанда 171 566 әсәлек (ғаилә) капиталына дәүләт сертификаты бирелгән, шул иҫәптән 2012 йылда – 25 564 сертификат, 2013-лә – 24 712. «Балалары булған ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары тураһында» 256-сы федераль законды тормошҡа ашыра башлағандан алып бөтә йүнәлештәр буйынса 33,7 миллиард һумлыҡ әсәлек капиталы средстволары күсерелгән, тип хәбәр иттеләр РФ Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәтенән.
Бөгөнгө көнгә әсәлек (ғаилә) капиталын файҙаланып 97 580 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, шул иҫәптән 2012 йылда – 31 207 һәм 2013-лә – 27 033. Уларҙан 68 314 ғаилә әсәлек капиталы менән 23 миллиард һумға торлаҡ кредиттарын өлөшлөтә йәки тулыһынса ҡаплаған. Тағы ла 29 мең 266 ғаилә кредит алмайынса, торлаҡ һатып алыуға, төҙөүгә йәки реконструкциялауға 8,4 миллиард һум күләмендә әсәлек капиталы средстволарын йүнәлтеп, торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.
Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙан тыш, әсәлек капиталы средстволары балаларға белем биреүгә йәки балалар баҡсаларында балаларҙы ҡарауға һәм әсәнең буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшөнә күсереүгә йүнәлтелгән. 2137 сертификат алыусыға бөтәһе 93 миллион һум балаларға белем биреүгә күсерелгән, шул иҫәптән балалар баҡсаларында ҡарауға – 126 алыусыға 2,9 миллион һум, шулай уҡ әсәнең буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшөнә күсереүгә 77 алыусыға 6,2 миллион һум.
Әсәлек капиталы средстволары менән тулы күләмдә 61 275 кеше файҙаланған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика