Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Декабрь 2013, 17:56

Стәрлетамаҡ районы икенсе булып биш меңлек һөт сиген үтте

Стәрлетамаҡ районы Башҡортостанда йыл башынан алып һәр һыйырҙан биш мең килограмдан ашыу һөт һауып алған ауыл хужалығы предприятиелары араһында икенсе булды.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, ошо ике районда тулайым һөт етештереү һәм һатыу буйынса күрһәткестәр иң юғары.
Йыл башынан алып Саҡмағош районында 41,3 мең тонна самаһы һөт һауып алынған, 40,5 мең тонналап һатылған. Стәрлетамаҡ районында ошо уҡ ваҡыт эсендә 37,3 һәм 34,2 мең тоннанан ашыу һөт алынған һәм һатылған.
Дөйөм республика буйынса 2013 йыл башынан алып тулайым һауым 1,673 миллион тоннанан ашҡан, 632,3 мең тонна һөт һатылған, тип хәбәр иттеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас