18:06 (UTC+5), 10 Декабря 2013

Яңы йылды байрам итер өсөн төбәктә 200 мең шыршы әҙерләнә

Галина Бахшиева
Башҡортостанда яңы йыл шыршыларын әҙерләү бара. Республика Урман хужалығы министрлығына ҡараған бер нисә дәүләт унитар предприятиеһы шыршыларҙы Өфөгә килтерәсәк. Һәр йылдағыса иң ҙур ғаилә байрамына ағастар махсус ауыл хужалығы йәрминкәләрендә һәм шыршы баҙарҙарында һатыласаҡ.
- Дөйөм алғанда, «урман» дәүләт унитар предприятиелары быйыл 220 мең ағас әҙерләргә планлаштыра. Улар шыршы, ҡарағай һәм аҡ шыршы. Бөгөнгө көнгә биш мең самаһы шыршы, 48 мең ҡарағай һәм 14 меңләгән аҡ шыршы әҙерләнгән. Яңы йыл ағастарының иң күбен – 20 меңләп ағасты һәр ваҡыттағыса «Белорет урманы»,«Туймазы урманы» һәм «Йылайыр урманы» дәүләт унитар предприятиелары хеҙмәткәрҙәре әҙерләй, —тип хәбәр итте БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Айбулат Ғәйнуллин.
Министрлыҡ тәҡдим иткән күмәртәләп һатыу хаҡтары шыршыға – 250 һум, ҡарағайға – 210 һум, аҡ шыршыға 300 һум тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта предприятиелар баҙар шарттарына бәйле үҙ хаҡтарын да ҡуя ала.
Белешмә. 2012 йылда республика Урман хужалығы министрлығына ҡараған ойошмалар 20 миллион һумдан ашыуға яңы йыл продукцияһын һатҡан. Быйыл да һатыуҙан килгән төшөм аҙ булмаҫ, тип көтөлә. БР Урман хужалығы министрлығында аңлатыуҙарынса, ҡағиҙә буйынса яңы йыл ағастары аныҡ билдәләнгән урындарҙа әҙерләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика