12:40 (UTC+5), 10 Декабрь 2013

Күмертау Ветерандар советы Ватан геройҙары көнөнә яңы биналы булды

Арина Рәхимҡолова
Күмертау Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы яңы биналы булды. Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт тәьминәте бүлеге начальнигы Елена Вершинина һөйләүенсә, элекке Ветерандар советы урынлашҡан бина кәрәкле талаптарға яуап бирмәй ине. Ветерандар урын етмәү, заманса техник средстволар булмау яғынан ҡыйынлыҡтар кисерҙе. Әммә хатта ошондай шарттарҙа ла активистар ҡала тормошонда әүҙем ҡатнашты, ветерандарға социаль ярҙам, йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү, ветерандар хәрәкәтен үҫтереү һәм нығытыу буйынса эш алып барҙы.
Ошо көндәрҙә Ватан геройҙары көнөнә ҡарата Күмертау Ветерандар советы уңайлы һәм тулыһынса йыһазландырылған яңы бина алды.
Асыу тантанаһында урындағы хакимиәт башлығы Борис Беляев барыһын да ошо ваҡиға менән ҡотлап, ветерандар хәрәкәте ҡаланың ижтимағи-сәйәси тормошона ҡеүәтле импульс бирә тип, һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Әлеге ваҡытта ҡалала 19 мең самаһы пенсионер йәшәй, уларҙы берләштерергә һәм йәмәғәт эше өсөн шарттар булдырырға кәрәк, — тине Борис Беляев.
- Беҙ бөгөн муниципаль етәкселектең етди ярҙамын тоябыҙ, — тип билдәләне үҙенең яуап телмәрендә Ветерандар советы рәйесе Закир Әкбәров. — Беҙгә ҡала хакимиәте, халыҡты социаль яҡлау комитеты һәм башҡа ойошмалар ярҙам итә.
Тантаналы өлөштән һуң ҡунаҡтар яңы кабинеттарҙа булып, ҡуйылған экспонаттар менән таныша алды.
Ветерандар советы раҫлауынса, яңы бина яңы эштәр өсөн этәргес булып торасаҡ. Бында шахмат-шашка клубы ойошторорға, осрашыу кисәләре үткәрергә планлаштыралар.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика