08:04 (UTC+5), 10 Декабря 2013

Өфөлә йылына 1 миллион тоннаға тиклем этилен сығарыу планлаштырыла

«Башинформ»
Берләшкән нефтехимия компанияһы (БНК, «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы»ның ярҙамсы предприятиеһы) 2018 йылда Өфөлә йылына 1 миллион тоннаға тиклем этилен етештереү буйынса яңы проектты файҙаланыуға тапшырырға планлаштыра, тип хәбәр итә «Коммерсант». Был турала «Нефть-газ эшкәртеү-2013» Creon Energy конференцияһында БНК-ның стратегик үҫеш идаралығы начальнигы Георгий Елисеев та хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, проектты тормошҡа ашырыу өсөн 51 процент Берләшкән нефтехимия компанияһы өлөшө менән берлектәге предприятие төҙөргә планлаштырыла. Акционерҙар уның буйынса һуңғы ҡарарҙы 2015 йыл башында ҡабул итергә йыйына. Проект өсөн сеймал базаһы — «Башнефть»тең яғыулыҡ газдары. Әлеге ваҡытта был яғыулыҡ газдары яндырып һауаға сығарыла йәки «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең эске ихтыяждары өсөн файҙаланыла.
Сентябрҙә Берләшкән нефтехимия компанияһы Мексиканың Alpek концерны менән Өфөлә берлектәге предприятие – терефталь кислотаһы (ТФК) һәм полиэтилентерефталат (ПЭТФ) етештереү буйынса (һәр продукт буйынса йылына 600 мең тонна ҡеүәт менән) завод төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Беренсе этапта һәр яҡтан 10 миллион доллар һалырға күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика