Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Декабрь 2013, 16:17
Вакансиялар йәрминкәһендә йәштәргә 600-ләп эш урыны тәҡдим ителә
30-лап предприятие һәм ойошма 5 декабрҙә Өфөнөң йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһендә ҡатнашырға теләк белдерҙе.
Йәрминкәне Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге — йәштәр хеҙмәт биржаһы ойоштора.
— Иртәгә үтәсәк йәрминкәлә эш биреүселәр йәштәргә 600-ләп эш урыны тәҡдим итәсәк. Тәҡдим ителгән өлкәләр араһында — хеҙмәтләндереү, сауҙа, һаҡ, йәмәғәт туҡланыуы, төҙөлөш, нәшриәт эшмәкәрлеге, коммуналь хужалыҡ һәм сәнәғәт, — тип хәбәр итте Өфөнөң мәшғүллек хеҙмәте инспекторы Рәмилә Лушникова.
Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты: Өфө, Ибраһимов бульвары, 47/1, 15 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе һәр айҙың тәүге кесе йома көнөндә үткәрелә. Беренсе йәштәр өсөн даими вакансиялар йәрминкәһе Башҡортостан баш ҡалаһында 2012 йылдың 5 апрелендә үткәрелде.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
вакансиялар йәрминкәһе
йәштәр
Читайте нас