12:05 (UTC+5), 04 Декабря 2013

14 декабрҙән Өфөлә яңы йыл алды ит йәрминкәләре башлана

Галина Бахшиева
14 декабрҙән Өфөлә һәр ваҡыттағыса яңы йыл алды ит йәрминкәләре башлана.
- Йәрминкәләр шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә 29 декабргә тиклем боҙ ҡаласыҡтарынан буш кәмендә 10 сауҙа майҙансығында уҙғарыла, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфө хакимиәтенең сауҙа һәм хеҙмәттәрҙе яраштырыу идаралығы начальнигы урынбаҫары Зөлфиә Ижбулатова.
2012 йылдың декабрендә Өфөләге ит баҙарҙарында һатылған продукция күләме 258,6 миллион һум тәшкил иткәйне.
Дөйөм алғанда, ул саҡта һатыуға 1016 тонна ит килтерелде. Тәҡдим ителгән ит күләменең күпселеге һыйыр ите – 572 тонна.
Бынан тыш, ит йәрминкәләре ваҡытында ауыл халҡы Өфөгә 271 тонна сусҡа, 111 тонна йылҡы, 62 тонна һарыҡ һәм 72 тонна ҡош-ҡорт ите килтерҙе.
Шул уҡ ваҡытта яңы йыл алды йәрминкәләрендә тауыҡ һәм ҡаҙ ите айырыуса ҙур талап менән файҙаланды – 33 һәм 25 тонна. Күркә һәм өйрәк ите өфөлөләргә 11 һәм 6,5 тонна күләмендә тәҡдим ителде. Шулай уҡ ҡышҡы йәрминкәләрҙә һатыуға 23 тонна бал сығарылды, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең сауҙа һәм хеҙмәттәрҙе яраштырыу идаралығында.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика