11:01 (UTC+5), 28 Ноября 2013

Баш ҡалала «Бухгалтер-профессионал-2013» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр

Людмила Кузьмина
Өфөлә «Бухгалтер-профессионал-2013» IV асыҡ республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Уны Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль казначейство идаралығы, «Өфө эшҡыуарҙары союзы» коммерция булмаған партнерлыҡ һәм «Респект» хоҡуҡ компанияһы ойошторҙо.
Бүләкләү тантанаһы Федераль казначейство идаралығы бинаһында үтте. Конкурста ҡатнашыусылар «Бухгалтер иҫәбе» һәм «Һалым һалыу» номинацияларында еңгән өсөн наградалар алды.
«Бухгалтер иҫәбе» номинацияһында беренсе урынды Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 103-сө янғынға ҡаршы хеҙмәт идаралығының финанс-иҡтисад бүлеге начальнигы, баш бухгалтер Флүрә Танһыҡҡужина яуланы. Икенсе урынға Яңауыл районы хакимиәтенең баш бухгалтеры Рушания Миниәхмәтова лайыҡ булды. Өсөнсө урынды Ишембай районы муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының үҙәк бухгалтерияһы бухгалтеры Лина Нәсибуллина яуланы.
«Һалым һалыу» номинацияһында беренсе урын «Башбакалея» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең (Өфө) баш бухгалтер урынбаҫары Гөлфиә Ғәлиеваға бирелде. Ул шулай уҡ балдар иҫәбе буйынса «Бухгалтер-профессионал-2013» конкурсының абсолют еңеүсеһе булды һәм Гран-при яуланы. Икенсе урын «Мәктәп һәм балалар туҡланыу үҙәге» муниципаль унитар предприятиеһының (Өфө) баш бухгалтеры Ирина Красноваға тейҙе. Өсөнсө урында – «Иҫәп-хисап сервис үҙәге» яуаплығы сикләнгән йәмғиәтенең баш бухгалтеры Зилә Хафизова.
Конкурсты ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, быйыл өҫтәмә «Отчетлылыҡ виртуозы», «Креатив ҡараш», «Уңышлы хеҙмәттәшлек» һәм башҡа өҫтәмә номинациялар булдырылды. Махсус бүләктәрҙе бағыусылар тапшырҙы.
Проект етәксеһе Ҡәҙриә Ғәйнетдинова билдәләүенсә, конкурс унда ҡатнашыусылар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә: ул белгестәрҙең бухгалтер иҫәбе һәм отчетлылыҡ өлкәһендә профессиональ оҫталыҡтарын үҫтереүгә һәм эш сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә, аралашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн шарттар булдыра.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика