13:00 (UTC+5), 25 Ноября 2013

Өфөлә күп профилле йәрминкәлә 60-тан ашыу эш биреүсе ҡатнашасаҡ

Галина Бахшиева
Башҡортостанда социаль партнерлыҡты үҫтереүгә 20 йыл тулыуға ҡарата уҙғарылған саралар сиктәрендә 26 ноябрҙә БР Профсоюздар йортонда күп тармаҡлы вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк, шул иҫәптән йәштәр өсөн дә.
- «Социаль партнерлыҡ системаһында хеҙмәт баҙары» акцияһы сиктәрендә эш һәм уҡыу урындары вакансиялар йәрминкәһе 13 сәғәттән алып 16 сәғәткә тиклем дауам итәсәк, — тип хәбәр итте Өфө Мәшғүллек үҙәге – йәштәр хеҙмәте биржаһының әйҙәүсе инспекторы Рәмилә Лушникова. — Әлеге ваҡытта иҡтисадтың төрлө өлкәләренән 60-тан ашыу эш биреүсе йәрминкәлә ҡатнашырға теләк белдерҙе.
Улар араһында – сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм элемтә, йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф учреждениелары.
Дөйөм алғанда, меңдән ашыу буш эш урындары тәҡдим ителәсәк.
26 ноябрҙә БР Профсоюздар йорто алдында 13 сәғәттән алып 16 сәғәткә тиклем компьютер диагностикаһы һәм вакансиялар һайлау буйынса мобиль офис эшләйәсәк. Профсоюздар йортоноң икенсе ҡатында был ваҡытта хеҙмәт һәм мәшғүллек хоҡуғы мәсьәләләре буйынса юридик ярҙам пункты эшләйәсәк. Профсоюздар йортоноң конференциялар залында 14 сәғәттән алып 15 сәғәткә тиклем «Һөҙөмтәле эшкә урынлашыуҙың психологик аспекттары» оҫталыҡ класы уҙасаҡ.
Быларҙан тыш, 26 ноябрҙә Башҡортостандың Профсоюздар йортонда социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса Республика өс яҡлы комиссияһының күсмә ултырышы үткәреләсәк, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Хеҙмәт министрлығының матбуғат сәркәтибе Роза Кузьменко.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика