07:46 (UTC+5), 22 Ноября 2013

Рәсәй Финанс министрлығы Башҡортостанда финанстар менән идара итеү юғары сифатлы булыуын таныны

Эльвира Латипова
Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең төбәк финанстары менән идара итеүҙең юғары сифатына эйә булған 23 төбәге иҫәбенә инде. 2012 йыл өсөн рейтингты Рәсәй Финанс министрлығы баҫтырып сығарған.
Үткән йылда республика үҙенең позицияларын ярайһы яҡшыртты: 2011 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан «тейешле» кимәлдә идара итеүсе төбәктәр категорияһына ингәйне. Был төркөмгә яңы рейтингта 54 төбәк инә. Рәсәй Федерацияһының алты субъекты артта ҡалыусы – төбәк финанстары менән түбән сифатлы идара итеү - төркөмөн йыя.
Федераль Финанс министрлығы бер нисә йүнәлеш буйынса мониторинг алып бара: бюджет планлаштырыу сифаты, бюджетты үтәү, бурыс йөкләмәләре менән идара итеү, дәүләт милке менән идара итеү һәм дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү, шулай уҡ муниципаль берәмектәр менән финанс мөнәсәбәттәре һәм бюджет процесының асыҡлыҡ кимәле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика