04:36 (UTC+5), 20 Ноября 2013

Рөстәм Хәмитов «Сименс» компанияһы етәкселеге менән осрашты

"Башинформ"
19 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙәге «Сименс» компанияһы («Сименс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) башлығы Дитрих Мёллер һәм электротехника концернының структура подразделениелары директорҙары менән осрашты.
Ҡунаҡҡа мөрәжәғәт итеп, республика башлығы, «республика территорияһында яңы производстволар төҙөү мөмкинлектәре тураһында уйларға кәрәк», тип билдәләне.
— Әйтәйек, яңы предприятиелар төҙөү, ҡайһы бер тармаҡтарҙы, мәҫәлән, радиоэлектрониканы үҫтереүҙә ҡатнашыу тураһында. Беҙҙе тап шул ҡыҙыҡһындыра. Бөгөн баҙарҙа тәҡдимдәр күп тип, яҡшы ҡорамалдар һатып алыу ғына — ул ҡәҙимге юл. Ә бына беҙҙә предприятиелар урынлаштырыу, билдәле бер производстволар булдырыу — был беҙҙе нығыраҡ йәлеп итә, — тине Башҡортостан Президенты.
— Бына һеҙ картағыҙҙы күрһәттегеҙ, унда Пермь, Екатеринбург билдәләнгән, ә ҡайҙа Өфө йәки Стәрлетамаҡ? Әгәр картағыҙҙа Өфө, Стәрлетамаҡ йәки республиканың башҡа ҡалаһы булһа, беҙҙең мөнәсәбәттәр бөтөнләй икенсе буласаҡ. Беҙгә яңы предприятиелар кәрәк, инвестициялар кәрәк. Беҙҙең өсөн иң мөһиме шул. Беҙ һеҙҙән локомотив та, юғары тиҙлектәге поезд да, юл менеджменты буйынса әҙер ҡарарҙар ҙа һатып ала алмайбыҙ. Беҙ быны эшләй, бергәләп база төҙөй, беҙҙең конструкторҙар бюроһы һәм проект институттары ҡатнашлығында бергәләп проекттар эшләй алабыҙ. Һуңынан инде уртаҡ файҙа алырға, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президентының Рәсәйҙәге «Сименс» компанияһы башлығы менән һөйләшеүе тураһында тулы отчет республика башлығының рәсми сайтында бирелгән.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика