12:52 (UTC+5), 20 Ноября 2013

Киләһе йылда «500 ферма» программаһында төбәктең 70-ләгән ауыл хужалығы предприятиеһы ҡатнашасаҡ

Галина Бахшиева
2014 йылда Башҡортостандың һөтсөлөк фермаларын комплекслы яңыртыу буйынса республика маҡсатлы программаһында 70-ләп ауыл хужалығы предприятиеһы ҡатнашырға планлаштыра.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ике йылда «500 ферма» программаһын тормошҡа ашырыуҙа 133 һөтсөлөк фермаһы һәм тоҡомсолоҡ буйынса сервис хеҙмәте ойоштороусы 1 предприятие ҡатнашты. Әлеге ваҡытҡа 66 һөтсөлөк фермаһы яңыртылған, 25-е 2014 йылда яңыртылып бөтәсәк.
Фермаларҙы яңыртыуға программала ҡатнашыусылар 3 миллиард һумдан ашыу аҡса һалды, уның 2,3 миллиарды – үҙ аҡсалары, 0,74 миллиарды – банк кредиттары. Дәүләт ярҙамының дөйөм күләме 600 миллион һумдан ашыуыраҡ, тип билдәләнеләр аграр ведомствола.
- «500 ферма» программаһы – ул малсылыҡ биналары төҙөү-монтажлау ғына түгел, — тип билдәләне Стәрлетамаҡ районында үткән малсылыҡ буйынса зона кәңәшмәһендә проект кураторы, Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фларис Шәйхетдинов. — Ул мал аҙығы базаһы әҙерләү, заманса ҡорамалдар, техника, күп йыллыҡ үләндәр орлоҡтары һатып алыу. Һөҙөмтәлә былар барыһы ла малдың продуктлылығын арттырыуға һәм продукция берәмегенең үҙҡиммәтен кәметеүгә булышлыҡ итергә тейеш.
Фларис Шәйхетдинов фекеренсә, тупланған тәжрибә проектты тормошҡа ашырыуҙың төп һөҙөмтәһе булып тора. Программала ҡатнашыусылар тарафынан алға китеш, инновацияларҙы һәм яңы технологияларҙы ҡулланыу өсөн платформа булдырылған. Фермаларҙа хәҙер заманса эш урындары булдырыла, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика