10:58 (UTC+5), 19 Ноября 2013

Туғыҙ айҙа төбәктә 168,5 миллиард һум һалым йыйылған

Эльвира Латипова
2013 йылдың ғинуар-сентябрендә Башҡортостан территорияһындағы бөтә кимәлдәрҙәге бюджеттарға 168,5 миллиард һум һалым һәм һалым органдары һалған башҡа мәжбүри түләүҙәр инде. Был 2012 йылдың ошо уҡ осорҙағы күрһәткесенән 10 процентҡа күберәк, тип хәбәр итте шишәмбе көнө «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вәхитов.
Идаралыҡ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, федераль бюджетҡа 75 313 миллион һум аҡса (бөтә керемдәрҙең 44,7 проценты) күсерелгән, 2012 йылдың ғинуар-сентябрендәгегә ҡарағанда үҫеш 12,8 процент.
Башҡортостан Республикаһының тупланма бюджетына 70 471 миллион һум ингән, үҫеш — 6,6 процент. Шуның 54 461 миллион һумы республика бюджетына (плюс 4,3 процент) ингән, 16 010 миллион һумы — урындағы бюджеттарға (плюс 15,3 процент).
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика