12:31 (UTC+5), 18 Ноябрь 2013

«Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» конкурсында Башҡортостан иҫәбендә – 35 лауреат дипломы

Эльвира Латипова
Башҡортостан предприятиеларының 35 продукция һәм хеҙмәтләндереү төрө 2013 йылда «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» бөтә Рәсәй конкурсында лауреат, тағы ла 66-һы дипломант тип танылды. Дипломдарҙы Өфөлә Бөтә донъя сифат көнөнә арналған республика конференцияһында тапшырҙылар.
Башҡортостан Республикаһында Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау дәүләт төбәк үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, федераль турға республиканың 58 предприятиеһы сыҡты – улар йөҙҙән ашыу төр продукция һәм хеҙмәт тәҡдим итте.
«Производство-техник тәғәйенләнештәге продукция» номинацияһында Башҡортостан предприятиеларына 13 юғары награда тейҙе. Был сегментта Рәсәйҙең иң яҡшы тауарҙары тип «НефАЗ» Асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә етештерелгән ярым тағылма-цистерна, «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» ААЙ-нең баҡыр концентраты, «Башнефть» АНК ААЙ-нең «Регуляр-92» маркалы бензины,«Русджам Стеклотара Холдинг» АЙЙ Өфө филиалының шампан шарабы өсөн шешәләре һәм башҡа тауарҙар танылды. 28 продукция төрө конкурстың дипломанттары булды.
Башҡортостан даими рәүештә алдынғы позиция биләгән тағы бер номинация — «Аҙыҡ-түлек тауарҙары». 15 продукция өлгөһө – лауреат, 30-ы дипломант исеменә лайыҡ булды. Еңеүсе тауарҙар араһында – ит, һөт, икмәк аҙыҡтары, шулай уҡ «Башспирт» ААЙ дүрт филиалының төрлө төр араҡылары. Был номинацияла иң күп финалсы дипломдарын «Рощинский» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы яуланы, уның «Сливочная», «Ветчинно-рубленая» колбасалары, «Говяжья новая» хәләл ветчинаһы, «Камадорская» ыҫланған-бешкән еңел ашамлығы һәм майһыҙ эремсеге иң сифатлы тип танылды.
Халыҡ өсөн иң яҡшы сәнәғәт тауарҙарын, комиссия фекеренсә,: «Европласт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (REHAU системаһы ишек һәм тәҙрә блоктары), «Өфө кизе-мамыҡ комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (бәйләнгән пледтар), «БашИнком» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығара.
«Халыҡ һәм художество промыслалары изделиелары» номинацияһында «Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы» дәүләт унитар предприятиеһы – «Сармат» ирҙәр милли костюмы өсөн – диплом менән бүләкләнде.
Конкурстың «Халыҡ өсөн хеҙмәттәр» номинацияһында «Башҡортостан» Ҡунаҡханалар комплексы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – лауреат, кардиологик ауырыуҙарҙы реабилитациялау буйынса «Йәшел сауҡалыҡ» дәүләт унитар предприятиеһы финалсы булды.
Иң яҡшы «Производство-техник тәғәйенләнештәге хеҙмәттәр»ҙе «ВНЗМ» акционерҙар компанияһы ААЙ (генподрядсы менән төҙөлөш ойоштороу буйынса эш) һәм «БР Нефть-химия эшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһы (нефть эшкәртеү һәм нефть-химия сәнәғәте объекттарын проектлау) күрһәтә. Был номинацияла финалсылар дипломын «Тармаҡ-ара институт» дәүләттеке булмаған белем биреү учреждениеһы һәм «БР Нефть-химия эшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһы алды.
Беренсе тапҡыр «Рәсәйҙең 100 яҡшы тауары» конкурсы 1998 йылда үтә. Шул ваҡыттан алып республиканың 350 предприятиеһы - конкурс лауреты һәм 700-ҙән ашыуы финалсы дипломдарын алды. 2013 йылда федераль конкурс «Экология, именлек һәм сифат – ваҡыт менән тикшерелгән стратегия» девизы аҫтында барҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика