07:04 (UTC+5), 14 Ноября 2013

Республикала йыйып алынған көнбағыш орлоғо 213 мең тоннаға етте

Галина Бахшиева
Башҡортостанда көнбағыш сәсеүлектәренең 172 мең гектарынан уңыш йыйып алынған, йәғни планлаштырылған күләмдең 81 проценты. Тулыһынса һуғыуҙы Архангел, Баҡалы, Дыуан, Иглин, Нуриман һәм Яңауыл райондары хужалыҡтары тамамлаған.
Гектарынан уртаса 12,4 центнер уңыш алып, республикала 213 мең тонна майлы орлоҡ һуғып алынған.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, быйыл майлы культураны урып һуғыу һәм уңыш алыу буйынса лидерҙар - Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондары. Бында бер гектарҙан 19 центнерҙан ашыу уңыш алғандар. Бөгөнгө көнгә был райондарҙың һәр береһендә 20 мең тоннанан ашыу көнбағыш орлоғо урып һуғылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика