09:45 (UTC+5), 14 Ноября 2013

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе исемен үҙгәртә

Эльвира Латипова
«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте исемен «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы-Өфө»гә үҙгәртәсәк. «Башинформ» агентлығына Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ребредингты башлап ебәреүсе – «Оборона сәнәғәте» дәүләт корпорацияһы.
- «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы» акционеры – «Оборона сәнәғәте» корпорацияһы – ҡарары буйынса Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе адресына «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы-Өфө»гә үҙгәртеү буйынса план-график төҙөргә тәҡдим ебәрҙе, — тип хәбәр итте Өфө берекмәһенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Екатерина Косых.
«Оборона сәнәғәте» Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһының матбуғат сәркәтибе Илья Якушев әйтеүенсә, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе ребредингы – был бөтә Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы сиктәрендә барған интеграция процесының бер өлөшө.
Әлегә исемен үҙгәртеү ваҡыты билдәләнмәгән, йыл аҙағына тиклем бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр булмаясаҡ, тип билдәләнеләр Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә.
«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте – Рәсәйҙә иң ҙур авиация двигателдәре етештереүсе. Турбореактив авиация двигателдәре һәм газ ҡыуыу агрегаттары эшкәртеү, етештереү, уларҙы сервис хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, вертолет техникаһы узелдары етештереү һәм ремонтлау менән шөғөлләнә.
«Оборона сәнәғәте» Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте – күп профилле машиналар эшләү төркөмө, 2002 йылда ойошторолған. «Рәсәй технологиялары» Дәүләт корпорацияһы составына инә. Эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре араһында – вертолеттар сығарыу («Рәсәй вертолеттары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте) һәм двигателдәр эшләү («Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы» идар итеү компанияһы).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика