13:50 (UTC+5), 12 Ноября 2013

Рөстәм Хәмитов Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы делегацияһы менән осрашты

Эльвира Латипова
Шишәмбе көнө БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың Цзянси делегацияһы менән осрашыуында Башҡортостан менән Ҡытай Халыҡ Республикаһының Цзянси провинцияһы араһында иҡтисад һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек йүнәлештәре билдәләнде. Цзянси провинцияһының Үҫеш һәм реформалар комиссияһы начальнигы урынбаҫары Цзэнь Вэнмин етәкселегендәге делегация Өфөгә кисә килде.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, төбәктәр машиналар эшләүҙә, металлургияла, игенде тәрән эшкәртеү, туризм өлкәһендә уңышлы хеҙмәттәшлекте юлға һала ала. Атап әйткәндә, республика Президенты Ҡытай яғына «автомобиль комплекттары менән тәьмин итеүсе Башҡортостан предприятиелары менән кооперация мөмкинлеген ҡарарға» тәҡдим итте. Туризм өлкәһендә ярашлы инфраструктура булдырыу буйынса берлектә эш алып барырға мөмкин.
Рөстәм Хәмитов республиканың заманса автомобиль юлдары селтәрен үҫтереүгә, торлаҡ төҙөлөшө темптарын арттырыуға һәм ҡунаҡхана сервисын киңәйтеүгә ихтыяжын билдәләне.
Цзэнь Вэнмин һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан менән Цзянси провинцияһын байтаҡ уртаҡ мәнфәғәттәр бәйләй, шуға күрә «хеҙмәттәшлек ҙур әһәмиәткә эйә». Үҙ яғынан, Ҡытай делегацияһы башлығы Цзянси провинцияһы өсөн мөһим булған Башҡортостан менән берлектәге эш йүнәлештәрен билдәләне. Юғары технологиялы сәнәғәт производствоһы, төҫлө металлургия, иң элек, баҡыр иретеү, сәнәғәт технологиялары һәм экология өлкәһендә тикшеренеүҙәр, туризмды үҫтереү һәм гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек тураһында һүҙ алып барылды.
— Республика Президенты менән осрашыу бик йөкмәткеле булды, — тип хәбәр итте журналистарға Цзэнь Вэнмин әфәнде. — Беҙ киләһе йылда төбәктәребеҙҙең стратегик хеҙмәттәшлеге тураһында протоколға ҡул ҡуйыу тураһында һөйләшеп килештек. Ике төбәк башлыҡтарының бер-береһенә рәсми сәфәре билдәләнде.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика