12:59 (UTC+5), 11 Ноября 2013

Кәрәҙле элемтә «М» категориялы федераль трассаларҙы 2014 йылға тиклем тулыһынса ҡапларға тейеш

Эльвира Латипова
Төп федераль автомобиль юлдары 2014 йылға тиклем кәрәҙле элемтә менән тәьмин ителергә тейеш. Был хаҡта, РФ Элемтә һәм киң коммуникациялар министры Николай Никифоровҡа һылтанма яһап, “Яңылыҡтар” Рәсәй мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.
- Беҙҙең бөтә төп транспорт коридорҙары элемтә менән мөһим тәьмин ителергә тейеш, һәм беҙҙең алда 2014 йылда «М» категорияһы федераль трассаларын тулыһынса кәрәҙле элемтә япмаһы менән тәьмин итеү бурысы тора, — тип белдерҙе Никифоров граждандарҙың һаулығын һаҡлау мәсьәләләре буйынса хөкүмәт комиссияһы ултырышында.
Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министры һүҙҙәренә ҡарағанда, база инфраструктураһына сығымдарҙы дәүләт үҙ өҫтөнә ала. Бизнес өсөн был проект килемле булмаһа ла, кәрәҙле элемтә операторҙары юлдарҙа ҡорамалдарҙы урынлаштырырға ризалаштылар.
Башҡортостан Республикаһы территорияһынан «М» категориялы федераль әһәмиәттәге ике трасса үтә – М5 «Урал» һәм М7 «Волга».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика