07:09 (UTC+5), 07 Ноября 2013

Төбәк аграрийҙары 178 мең тонна көнбағыш орлоғо йыйып алды

Галина Бахшиева
БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенең мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 178 мең тонна көнбағыш орлоғо һуғып алынған. Майлы орлоҡтарҙың иң мул уңышы быйыл Стәрлетамаҡ районында – 24,2 мең тонна, Мәләүездә – 18,7 һәм Көйөргәҙелә – 13 мең тонна.
Аграр ведомствола билдәләп үтеүҙәренсә, төбәктә уртаса уңыш кимәле бер аҙ күтәрелгән һәм гектарынан 12,5 центнер тәшкил итә. Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондарында һәр гектарҙан 19 центнерҙан ашыу майлы орлоҡ алалар.
Бөтә республика буйынса был майлы культура 143 мең гектар майҙандан йыйып алынған, был планға ҡарата 67 процент тәшкил итә. Бөгөнгө көндә көнбағыш йыйыуҙы Архангел, Дыуан, Иглин һәм Яңауыл райондары аграрийҙары тулыһынса тамамланған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика