18:59 (UTC+5), 01 Ноября 2013

“Башҡорт баҡыры” вахта ысулы менән эшләүсе таусылар өсөн көнкүреш шарттарын яҡшыртты

"Башинформ"
«Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең сәнәғәт майҙансығы Хәйбулла районында, ул предприятие офисы урынлашҡан Сибай ҡалаһынан йөҙҙән ашыу километр алыҫлыҡта. Таусылар өсөн дүрт дөйөм ятаҡтан торған вахта ҡаласығы төҙөлгән, уларҙа 400-ҙән артыҡ кеше йәшәй. Ошо көндәрҙә тағы ла 220 кешегә ике дөйөм ятаҡ асылды.
Бинаның стеналары керамзит бетон блоктарҙан төҙөлгән. Был йылылыҡ үткәрмәүсе экологик таҙа төҙөлөш материалы. Фасадтарҙың һәм эске биналарҙың заманса дизайны, кер йыуыу машиналары менән кер йыйыу бүлмәһе, кухнялар, йыйылыштар залы, заманса мебель, телевизорҙар һәм душ бүлмәләре — былар барыһы ла кешеләр өсөн. Эргәлә генә 80 урынлыҡ ашхана. Дөйөм ятаҡтар һәм инженер селтәрҙәре төҙөүгә 60 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.
Яҙын вахта ҡасабаһында һәм фабрикала 500 самаһы ҡыуаҡлыҡ, ағастар һәм сәскәләр ултыртылған. Шахтерҙарға һәм таусыларға уңайлылыҡтар тыуҙырыу өсөн эскәмйәләр ҡуйылған. 2014 йылда дауам иттереләсәк төҙөкләндереүгә 15 миллион һум һалынған.
Хәҙерге ваҡытта «Юбилейный» ер аҫты руднигы төҙөлә, «Подольский» ятҡылығын үҙләштереү планлаштырыла. Был штатты киңәйтеүгә килтерәсәк, өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа киләсәк һәм тағы ла дөйөм ятаҡтар төҙөргә кәрәк буласаҡ. 2015 йылға вахта ҡасабаһында ике яңы дөйөм ятаҡ һәм ял итеү үҙәге файҙаланыуға тапшырыласаҡ, унда дарыухана, бөҙрәхана, китапхана, 100 урынлыҡ ашхана, магазин, административ кабинеттар, бильярд, тренажер залдары буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика