13:38 (UTC+5), 29 Октября 2013

Өфөлә II Төбәк-ара кадрҙар форумы уҙасаҡ

Галина Бахшиева
30-31 октябрҙә Өфөлә «Кешелек капиталына инвестициялар – Рәсәй төбәктәренең иҡтисади үҫешен хәл итеүсе фактор» II Төбәк-ара кадрҙар форумы үтәсәк.
Форумдың маҡсаты – Рәсәйҙең төп дәүләт һәм шәхси ойошмалары етәкселәре һәм белгестәре, шулай уҡ кадрҙар сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға яуаплы дәүләт власы һәм идаралыҡ органдары вәкилдәре өсөн тәжрибә һәм кадрҙар менән идара итеү инновацион технологиялары менән уртаҡлашыу буйынса мәғлүмәт майҙансығы ойоштороу.
Кадрҙар форумы эшендә илдең ҙур компаниялары етәкселәре һәм эксперттар ҡатнашасаҡ, тип планлаштырыла. Башҡа ҡатнашыусылар исемлегендә – кешелек ресурстары менән идара итеү буйынса белгес-практиктар, халыҡ-ара кимәлдәге идаралыҡ һәм хеҙмәт иҡтисады өлкәһендәге бизнес-консультанттар, HR-хеҙмәте провайдерҙары һәм тренерҙары.
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәк-ара кадрҙар форумы программаһында – дискуссия майҙансыҡтары үткәреү. Уларҙың береһе Башҡортостан иҡтисадында йәш белгестәргә талап дисбалансы һәм уларҙы уҡыу йорттарында әҙерләү кеүек көнүҙәк темаға арналасаҡ. Был проблеманы тикшереүҙә республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡатнашасаҡ.
Төбәк-ара кадрҙар форумын үткәреү урыны – БР Милли йәштәр театры.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика