10:13 (UTC+5), 24 Октября 2013

277 меңдән ашыу кеше социаль льготаларҙың аҡсалата эквивалентын һайланы

Розалия Вәлиева
277 369 кеше, йәғни Башҡортостан Республикаһының льготаларға хоҡуғы булған бөтә граждандары иҫәбенән 75,6 проценты, социаль хеҙмәтләндереүҙәр йыйылмаһының аҡсалата эквивалентын һайланы. Киләһе йылда улар пенсия менән бергә ай һайын аҡсалата компенсация аласаҡ, тип хәбәр иттеләр РФ Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Хәҙерге ваҡытта соцпакет хаҡы айына 839 һум 65 тин тәшкил итә. Шунан 646 һум 71 тине — кәрәкле медикаменттар менән тәьмин итеүгә, 100 һум 05 тине — санатор-курорт дауалауға, 92 һум 89 тине ҡала эргәһе тимер юл транспортында, шулай уҡ ҡала-ара транспортында дауалау урынына бушлай барып ҡайтыуға ҡаралған.
2014 йылға социаль хеҙмәтләндереүҙәр йыйылмаһынан баш тартыу йәки уларҙы ҡайтарыу тураһында ғаризалар ҡабул итеү 30 сентябрҙә тамамланды. 2014 йылдың ғинуарынан Башҡортостан райондары һәм ҡалаларындағы идаралыҡтар федераль льготаларға эйә булыусыларҙан 2015 йылға ғаризалар ҡабул итә башлай.
Республикала федераль льготаға эйә булыусыларҙың дөйөм һаны 366 мең 519 кеше тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика